Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453500, Респ. Башкортостан, г. Белорецк, ул. Точисского, д. 16
  • +7 (34792) 4-09-76; +7 (34792) 3-22-21
  • bashgim@oobelor.ru

Новости

День национального костюма

День национального костюма День национального костюма

14 Сентября 2020 09:09

Количество просмотров: 17

11 сентябрь - Башҡортостанда милли кейем көнө тип билдәләнә. Был көн йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө аҙнаһында һәм сентябрҙең икенсе аҙнаһында 2019 йылдың аҙағынан башлап үткәрелә. 

«Милли кейем – беҙҙең традицияны һаҡлау тарихы, республикала йәшәүсе бөтә халыҡтың мәҙәниәте”, – ти Башҡортостаныбыҙҙың башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров. Республикаға исем биргән аҫаба булғанлыҡтан башҡорт милли кейеменә өҫтөнлөк бирелә. Төрлө милли биҙәүестәр, стилләштерелгән һаҡал, ҡашмау, орнаментлы галстуктар кеүек башҡорт милли кейеме элементтарын көндәлек тормошта кейеп йөрөү модаға кереп тә китте. 

 Был көндә төрлө саралар билдәләнә. Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа был сараларҙан ситтә ҡалманы. Был көн мәғлүмәти саранан башланып китте, һәр класта гимназиябыҙҙың ирекмән уҡыусылары милли кейем көнө, һәм ул көндө булдырыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт милли кейемдәрендә, йә милли биҙәүестәр тағып килделәр. Ҡайһы бер кластар тотош милли башҡорт кейемендә милли мираҫ флешмобында Берҙәм дәрескә йыйылдылар. “Милли башҡорт биҙәүестәре”, тип аталған ҡул эштәре күргәҙмәһе, “Мин милли кейемдә” исемле фото-күргәҙмә ойошторолдо. Социаль селтәрҙә уҙғарылған флешмобтарҙа уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашты. 

 Милли кейем көнө бик сағыу үтте. Һәр ваҡыт әүҙем булайыҡ! Халҡыбыҙҙы башҡаларҙан айырып торған милли кейемебеҙгә битараф булмайыҡ, уны киләһе быуынға еткереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!


След. новость